Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 18:17

2023 йылда Башҡортостандың эш биреүселәре сит илдәрҙән 300-ҙән ашыу кешене эшкә йәлеп итергә ниәтләй

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2023 йылға виза нигеҙендә Рәсәй Федерацияһына килгән сит ил хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү өсөн квотаны раҫланы. Башҡортостан Республикаһы өсөн 327 кеше өсөн квота билдәләнгән.

2023 йылда Башҡортостандың эш биреүселәре сит илдәрҙән 300-ҙән ашыу кешене эшкә йәлеп итергә ниәтләй
2023 йылда Башҡортостандың эш биреүселәре сит илдәрҙән 300-ҙән ашыу кешене эшкә йәлеп итергә ниәтләй

Башҡортостанға эшкә Вьетнам, Египет, Индонезия, Ҡытай, Монголия, Таиланд, Төркиә һәм Филиппиндан хеҙмәткәрҙәр киләсәк.

Бөгөнгө көнгә төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә сит илдәрҙән белгестәр ҙур һорау менән ҡуллана. Миҫалға, Башҡортостандың эш биреүселәре тәҡдим иткән вакансиялар араһында был йылға Вьетнамдан күн һәм йәнлек тиреһенә сигеүсе, техник әҙәбиәт буйынса тәржемәсе, Ҡытайҙан һәм Төркиәнән ашнаҡсылар, Таиландтан массажистар бар.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/19926/

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: