- Был дәүләт программаһы ярҙамында ауыл халҡының торлаҡ шарттары яҡшыра, ауылдарҙың йөҙө үҙгәрә, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәгән 51 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды, тағы ла 19 ғаилә өсөн найм килешеүе буйынса йорттар төҙөлгән, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 40 проект тормошҡа ашырылған.
Программаның иң ҙур һорау менән ҡулланған йүнәлеше - льготалы ауыл ипотекаһы булды. 2022 йылда республикала банктарҙан 2,1 миллиард һумлыҡ 790 кредит бирелгән. Был - Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткес (был йәһәттән төбәк йыл да алда бара).
Бынан тыш, республика "Ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү үҙәге" ведомство проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ла алдынғы. Проект сиктәрендә агросәнәғәт комплексы предприятиеларының хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға һәм студенттарҙың производство практикаһын үтеүгә сығымдары компенсациялана. 2022 йылда агросәнәғәт комплексының 106 предприятиеһы 470 хеҙмәткәр өсөн ошо йүнәлеш буйынса ярҙам алды.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.