Уҙған тәүлектә 27 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың егермеһе шәхси секторҙа булған. 13 кеше ҡотҡарылған.
Шишмә, Дыуан, Ғафури, Әбйәлил, Мәләүез, Кушнаренко, Ишембай, Өфөнөң Калинин райондарында - йорттар, Өфө, Бөрө райондарында - мунсалар, Бүздәк районында - хужалыҡ ҡаралтыһы, Кушнаренко, Бөрйән райондарында, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта - автомобилдәр, Мәләүездә - һарай, Нуриман районында - иҙән; Өфөнөң Зинин ауылында һәм Әлшәй районында - гараждар, автомобилдәр, Дәүләкәндә - гараж, һарай, мунса, Иглин районында баҡса йорто янған.
Янғындар күпселектә электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау, ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыға.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп кенә үҙебеҙҙең мөлкәтте һәм ғүмерҙе һаҡлап ҡалырбыҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: МЧС РБ.