Статистика мәғлүмәттәре буйынса үткән йылдың ун айында уртаса номиналь эш хаҡы 46 979 һум булған. Октябрь айында иһә - 48 456 һум. Был күрһәткестәр үткән йылғы ошо осор менән сағыштырғанда артығыраҡ. Теүәлерәк әйткәндә, 15,8 һәм 18,2 процентҡа күберәк.
Реаль хеҙмәт хаҡы, 2021 йылдың ғинуар-октябре менән сағыштырғанда, 100,5 процентты тәшкил иткән.
Быйыл уртасаһы 50 мең һумдан артып китеүе лә ихтимал.