Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар , 21:00

УЛЫМ ҠАЙТҺЫН!

Туҡтатығыҙ, туҡтатығыҙ Ҡан ҡойошто, Зарым эренле шеш булып Ныҡ тулышты. Йөрәгемде устарыма Ҡыҫтым, түҙҙем, Сабырлығым инде һынды, Өмөт өҙҙөм. Өмөт өҙҙөм ғәҙеллектең Еңеренә, Йәнҡыйыуҙың тиҙ арала Бөтөрөнә. Тәрән һағыш ейәндәрҙең Күҙҙәрендә, Көсһөҙлөктән урын тапмай Йән үртәлә. Ҡайтарығыҙ атайҙарын Яу ҡырынан, Тойоп үҫһен ейәндәрем Өй йылыһын. Йоҡоһонан яҙған ҡыҙым Ҡайғыһынан, Маңлайына ҡайғы - хәсрәт Һырҙар һалған. Илем уртаҡ, ерем уртаҡ Барыбыҙға, Ниңә беҙҙең улдар ғына Ыҙа сигә. Баш осонда туптар шартлап Ярылғанда, Үлем менән көн дә улым Яғалаша. Был ваҡытта күптәр һаман Күңел аса, Тыуған илен, эскән һыуын Ташлап ҡаса. Сәйәсмәндәр балалары Ситтә йәшәй, Балда - майҙа улар йөҙә Ҡайғы күрмәй. Ниңә ҡанун бер үк түгел Барыһына, Илде һаҡлау бурысы тик Ярлыһына. Һорауҙарға юҡ яуаптар... Тик мин беләм, Талап итәм: ҡайтһын улым, Ҡайтһын балам!   Рәмзиә Монасипова

УЛЫМ ҠАЙТҺЫН!
УЛЫМ ҠАЙТҺЫН!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в