Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2023, 13:15

Муттарҙың ярҙамсыһы тотолған

"Яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны" тигән схема буйынса ололарҙы алдаған 22 йәшлек егет Өфөнән Салауат ҡалаһына "эшкә" таксиҙа китеп барғанда ҡулға алынған. Ошоға тиклем ул Салауат ҡалаһында йәшәгән 82, 83 йәшлек өс пенсионерҙың 650 мең һум аҡсаһын алып, "эш биреүселәренә" күсерергә өлгөргән.

Муттарҙың ярҙамсыһы тотолған
Муттарҙың ярҙамсыһы тотолған

Егеттең һөйләүенсә, "аҡсалы эште" уға социаль селтәр аша тәҡдим иткәндәр. Законһыҙ эш менән шөғөлләнәсәген аңлаһа ла, ризалашып, әбей-бабайҙарҙы алдап таларға ярҙам иткән ул. "Эш биреүсе" уға конспирация һаҡларға, мөмкин тиклем йышыраҡ кейемде, сим-карталарҙы, телефонды алыштырырға кәңәш иткән. Егет инструкцияны теүәл үтәп, пенсионерҙарҙан алынған аҡсаның күпмелер өлөшөн үҙендә ҡалдырып йөрөгән.

Муттарҙың курьерына ҡарата енәйәт эше асылған, тикшереү дауам итә. Был турала Салауаттан Зилә Кинйәкәева хәбәр итә.

Фото: МВД РБ.

  

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: