Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2023, 11:30

Фотоның авторы табылды

Сибәғәт Рахманғолов: - Стәрлетамаҡ китап магазинында сит телдәр бүлегендә башҡорт баҫмалары һалынған фото социаль селтәрҙәрҙә барыһының да ризаһыҙлығын тыуҙырҙы. Был күренешкә ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопованан рәсми яуап килде. Уны сайтта уҡығыҙ.

Фотоның авторы табылды
Фотоның авторы табылды

"Бөгөн магазин администраторына керәбеҙ, был яҙыуҙы төҙәтергә тигән фарман менән.

Бер юлы Рәхмәт хатын да тапшырырбыҙ уларға, сөнки был тиклем күп итеп башҡорт телендә китаптар менән һатыу иткән магазиндарҙың берҙән бере! Ундай магазиндар республикала ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ (Өфөлә лә, ғөмүмән, ҙур ҡалаларҙа)".

Афарин! Тиҙ арала мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп, проблеманы хәл иткәнгә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙына ҙур рәхмәт!

Бөтә донъя Рәхмәт әйтеү көнөндә рәхмәт еткереү икеләтә шатлыҡлы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: