Ҡыштың һуңғы айы Рәсәйҙә төрлөсә буласаҡ. Был аңлашыла ла – шул тиклем ҙур илдә бер генә төрлө булмаҫ бит. Мәҫәлән, Мәскәүҙә болотло һәм ҡарлы февраль юрала. Һыуыҡтар артта ҡаласаҡ. 1 – 23 февралдә көндөҙ -3, -6 градус, төндә -4, -8 градус булыуы ихтимал, 24-енән һуң яҙғыса йылытасаҡ.
Уралда һыуығыраҡ – айҙың тәүге ун көнөндә төнгө температура -16 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ 9 – 14 градус тирәһе һыуыҡ. Беҙ Көньяҡ Урал һаналғанлыҡтан, республикала ла уртаса -10, -15 тирәһе булыр, моғайын.
Февралдең һуңғы көндәрендә ҡарҙың күп яуыуы көтөлә. Ҡояшлы көндәр бик әҙ күҙаллана. Беләһегеҙ, башҡорттар февралде, шаҡай, ти...
Синоптиктар нисек кенә фаразлаһа ла, дөрөҫ булмауы мөмкин. Шуға ла быйма-тундарҙы ҡул осонда тотабыҙ әле. Селлә февралдә лә дауам итә.