+7 °С
Ясна
Ирина Абрамова, БР Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп тәғәйенләнгәнлектән, Йәмәғәт палатаһының алтынсы саҡырылышы составынан сығыу тураһында ғариза яҙған. Шулай уҡ ул РФ Йәмәғәт палатаһы ағзалығынан да сыҡҡан. Уның урынына хәҙер республиканан икенсе вәкил алынасаҡ.
Ғәлим Яҡуповтың да (Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетын етәкләгәйне) ғаризаһы ыңғай хәл ителде.
Шулай итеп, хәҙер Йәмәғәт палатаһында 28 ағза ҡалды. Китеүселәр урынына кеше алмаясаҡтар, Законға ярашлы, был мөмкин.