Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2023, 15:19

Башҡортостанда 51 метан станцияһы эшләй

Былтыр республикала автомобилгә газ тултырыусы компрессор станциялары (АГНКС) һаны унауға артҡан.

Башҡортостанда 51 метан станцияһы эшләй
Башҡортостанда 51 метан станцияһы эшләй

БР Хөкүмәте ултырышында белдереүҙәренсә, ете компания станция төҙөүгә тотонолған сығымды субсидия рәүешендә кире ҡайтарып алған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров элегерәк социаль селтәрҙә газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү йәһәтенән 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканың өсөнсө урында тороуын яҙғайны. Унан алдағы йылда унынсы булғанбыҙ. Ете позицияға алға һикереү – илдәге иң яҡшы үҫеш.

“Республикабыҙҙың юғары урыны – ҙур комплекслы эш һөҙөмтәһе”, – тигәйне Радий Фәрит улы. Башҡортостан 2021 йылда АГНСК һаны буйынса Ростов өлкәһе менән бергә беренсе урында торған.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: