Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2023, 10:45

"Башҡорт музыкаһының алтын биттәре" мәғариф абонементы тәҡдим итә

19 ғинуарҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк тамашаға рәхим итегеҙ!  

"Башҡорт музыкаһының алтын биттәре" мәғариф абонементы тәҡдим итә
"Башҡорт музыкаһының алтын биттәре" мәғариф абонементы тәҡдим итә

Республиканың Милли симфоник оркестры был көндө тамашасыларға композиторҙар Илдар Хисамутдинов менән Рафаил Ҡасимов әҫәрҙәрен тәҡдим итәсәк. 

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Хисамутдиновтың ҡыллы оркестр өсөн тәғәйенләнәнгән "Биш башҡорт көйө" циклы башҡарыла. Скрипка партияһы булған "Азамат" пьесаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Илшат Мөслимов ҡатнаша, ә кларнет менән оркестрҙың концерт-рапсодияла Руслан Вәлиев уйнай.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, "Халыҡтар дуҫлығы" ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Ҡасимовтың "Шүлгәнташ мәмерйәһендә" һәм "Четыре куплета Азеопы" симфония әҫәре һәм Икенсе Донъя һуғышы тамамланыуға 60 йыл тулыуға арналған 7-се симфонияһы яңғыраясаҡ. 

Дирижер - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: