Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 16:00

Һыуыҡтар сигенмәй...

Алдағы тәүлектә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -30, -35 °, урыны менән -40° тиклем, көндөҙ -22°, -27°, урыны менән -12°, -17°. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән томан. Газ баллондарын өйгә йәки балконға индерә күрмәгеҙ. Тулы баллонды һыуыҡтан өйгә индергәндә, газ киңәйеп, шартлауы ихтимал.

Һыуыҡтар сигенмәй...
Һыуыҡтар сигенмәй...

Водителдәрҙең әлегә алыҫ юлға сыҡмауы хәйерле.

Өйҙә электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: