УЯНАҺЫМ КИЛӘ...
Насар төш күрәмен кеүек...
Осо - ҡыры ла күренмәй...
Беҙҙе күрә алмаған
Илдәр төркөмөнең
Яуызлығы һис тә һүрелмәй...
Уянаһым килә...
Бигҽрәк ауыр төш был ...
Ер өҫтөндә күпмҽ ҽмҽрҽк...
Күпмҽ яра, үлем,
Күпмҽ ауыртыуҙар -
Уйланыуҙан иҫҽң китҽрлек...
Уянаһым килә...
Ышанаһым килмәй...
Ҡояш һүнде кеүек күктәрҙә...
Моңһоу яна күҙҙәр...
Етдиләнде һүҙҙәр...
Йылмайыуҙар һирәк йөҙҙәрҙә...
Уянаһым килә...
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,
Төштә түгел, өндә икәнмен...
Элекке һымаҡ
Яҡты, аяҙ көндәр,
Тыныс төндәр килер...көтәмен!
Бер Раббымдан өмөт итәмен!
Нәфисә Мирзаханов