Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 16:04

Сәйгә тәмлекәс

Ни бары ике генә аҙыҡ-түлек кәрәк. 

Сәйгә тәмлекәс
Сәйгә тәмлекәс

Әҙер ҡатлы ҡамыр – 500 г (сөсөһө лә, әсеһе лә бара)

Ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка) – 200 г

Ҡамырҙы иретеп, йоҡа итмәйенсә генә йәйергә лә, сама менән 7 см диаметрлы түңәрәктәр киҫергә. Ике йәймәнән 17 – 19 түңәрәк килеп сыға.

Түңәрәктәргә ҡуйыртылған һөттө самалап һалырға һәм билмән һымағыраҡ бөгөргә, тик тулыһынса түгел, ә ике ситенән генә йәбештерергә.

Һәр ярымтүңәрәкте табаға ситтән уртаға табан рәтләп кенә теҙеп сығырға. Фотоһын күрһәгеҙ, нисек икәнен аңлаясаҡһығыҙ. Бер 10 минут ултыртып торорға.

180 градус эҫелектәге духовкала 35 – 40 минут тирәһе бешә.

Әйткәндәй, ҡуйыртылған һөт урынына ҡайнатма йәки емештәр, шоколад һалырға мөмкин. Бындай бәлеште телеп тә торорға түгел, ул айырым ярымтүңәрәктәрҙән теҙелгәнлектән, киҫәкте “өҙөп” кенә алырға ла ярай.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: