Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 17:15

Республикала 6 ғинуарҙа юғалған 26 йәшлек егетте эҙләйҙәр

26 йәшлек Руслан Йосопов 6 ғинуарҙа Әлшәй районының Раевка ауылында юғала, тип хәбәр итә «Лиза Алерт. Башҡортостан» эҙләү-ҡотҡарыу ирекмәндәр отряды.

Республикала 6 ғинуарҙа юғалған 26 йәшлек егетте эҙләйҙәр
Республикала 6 ғинуарҙа юғалған 26 йәшлек егетте эҙләйҙәр

Егеттең билдәләре: буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һорғолт сәсле һәм һоро күҙле. Күк төҫтәге куртка, асыҡ зәңгәр джинсы, һоро кроссовки һәм ҡара башлыҡ кейгән.

Әгәр Руслан Йосоповты күрһәгеҙ, 88007005452 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в