Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 09:31

Радий Хәбиров агросәнәғәт кластеры тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, беҙҙәге кластер - Рәсәйҙә иң тәүгеһе.

Радий Хәбиров агросәнәғәт кластеры тураһында һөйләне
Радий Хәбиров агросәнәғәт кластеры тураһында һөйләне

Агросәнәғәт кластерын Рәсәйҙең Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы сәнәғәт кластерҙары реестрына индергән.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы кластер тураһында яҙма ҡуйған.

"Агрокластер фермерҙан магазинға тиклемге сылбырҙы берләштерә. Аҙыҡ эшкәртеү предприятиелары кластерҙа ҡатнашыусы сеймал, материалдар, комплектлаусы өлөштәр етештереүселәр иҫәбенә импортҡа бәйлелекте кәметә ала. Етештереүселәр федераль субсидия, льготалы кредиттар алыуға хоҡуҡлы. Төбәктән иһә беҙ өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына булышлыҡ итәсәкбеҙ. Был - аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә - ҙур өлөш индереү.

Беҙ ошо йүнәлештә әүҙем эшләй башланыҡ, планда - 25 млрд һум инвестиция менән агропарк, күмәртәләп һатыубуйынса бүлеү үҙәге (8 млрд һум),логистик үҙәк (1,1 млрд һум), транспорт-логистик үҙәге (4 млрд һум), ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса үҙәк (2,6 млрд һум) булдырыу", - тип яҙған Хәбиров "Бәйләнештә".

Фото: vk.com (Радий Хабиров)

Радий Хәбиров агросәнәғәт кластеры тураһында һөйләне
Радий Хәбиров агросәнәғәт кластеры тураһында һөйләне
Радий Хәбиров агросәнәғәт кластеры тураһында һөйләне
Радий Хәбиров агросәнәғәт кластеры тураһында һөйләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в