Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 16:30

"Ғүмерҙе бергәләп ҡотҡарайыҡ!"

Республикала наркотиктарға ҡаршы социаль реклама конкурсы башланды.

"Ғүмерҙе бергәләп ҡотҡарайыҡ!"
"Ғүмерҙе бергәләп ҡотҡарайыҡ!"

Эштәр өс номинация буйынса ҡабул ителә: "Наркотиктарға ихтыяжды кәметеүгә йүнәлтелгән иң яҡшы тышҡы социаль реклама макеты", "Наркотиктарға ҡаршы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йүнәлешендәге иң яҡшы видеоролик",  "Социаль медиа өсөн наркотиктарға ҡаршы иң яҡшы видеоролик".

Эштәрҙе 17 февралгә тиклем ошо адрес буйынса ҡабул итәләр: Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 29. Электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин: [email protected].

Бәйгенең төбәк этабында еңеүселәрҙең эше федераль этапта ҡатнашасаҡ. Еңеүселәргә ҡиммәтле приздар, дипломдар тапшырыласаҡ. 

Тулы мәғлүмәт рәсми сайтта: https://xn--b1aew.xn--p1ai/mvd/structure1/Glavnie_upravlenija/gunk/%D0%BA%D0%BE%D0%BD%D0%BA%D1%83%D1%80%D1%81-%D1%81%D0%BE%D1%86%D1%80%D0%B5%D0%BA%D0%BB%D0%B0%D0%BC%D1%8B

Фото: МВД РФ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в