Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 14:43

"Кракен" йөрөй, ти...

Был атаманы ишеткәс тә, Скандинавия илдәрендә, Исландияла киң таралған мифологик персонаж - ҡот осҡос ҙурлыҡтағы һигеҙаяҡ күҙ алдына килде. Ә баҡһаң, ул яңы коронавирустың "омикрон" штамының бер варианты икән. 

"Кракен" йөрөй, ти...
"Кракен" йөрөй, ти...

«Кракен» тиҙ йоғоусан. Әммә артыҡ ауыр түгел, имеш. Һәр хәлдә белгестәр уның еңелерәк үтеүен билдәләй. Шуға ла Рәсәйҙә эпидемиологик хәл-торош ҡатмарлашмаясаҡ, тиҙәр. "Омикрон" да үтә тиҙ йоға ине. Ә барыбер уны ауыр үткәрҙеләр. Был да уның бер варианты булғас, вирусҡа еңел ҡарарға кәрәкмәҫ.

Коронавирустың тағы ниндәй төрҙәре килер икән? Һаман бөтөргә уйламай.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: