Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы граждандарға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра:
- ҡулдан эшләнгән электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла;
- газ баллондарын файҙаланыуға айырым иғтибар бүлергә;
- мейестән алынған көл-күмерҙе һыу менән һүндереп, хәүефһеҙ урынға түгегеҙ;
- мейес плитәһе өҫтөндә әйберҙәр, утын киптермәгеҙ;
- мейесте көнөнә 2-3 тапҡыр (1,5 сәғәттән ашмаһын) яғығыҙ. Мейесте бер тапҡыр оҙаҡ һәм ҡыҙыу итеп яҡмағыҙ;
- балаларға шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Ябай янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү торлаҡты янғындан һаҡлап ҡала.
Фото: МЧС РБ.