Иран - беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәге хеҙмәттәшлек партнерыбыҙ. Йәғни, бөтә йүнәлеш буйынса ла берлектә эшләү юлдары ҡарала. Быйыл беҙ унда Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге янында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген асыуҙы планлаштырабыҙ. БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, был ике республикаға кооперация бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Бизнес-миссияла күп рәсми осрашыуҙар күҙаллана. Әйткәндәй, был сәфәргә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ла ҡушыла ала. Айырыуса ауыл хужалығы һәм нефть-газ тармағы предприятиелары. Бының өсөн 15 ғинуарға тиклем ошо форманы тултырып, [email protected] адресына ебәрергә йәки +7 (347) 280-87-17 телефонына шылтыратырға мөмкин, тип хәбәр итәләр БР Хөкүмәтенән. Юл һәм йәшәү хаҡын предприятиелар үҙҙәре түләй.
Фото: БР Хөкүмәтенән.