+20 °С
Ясна
"Башҡортостанстат"тың социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙыуҙарынса, Башҡортостандың гидрометеорология идаралығы республика буйынса уртаса иң һыуыҡ көндө тап ғинуарҙа теркәгән - 50-52 градус.
Айырым йылдарҙа ла ғинуарҙа үтә ныҡ һыуыҡ булғаны билдәле. Мәҫәлән, 1969 йылда 21 - 23 көндә температура -30 градустан да өҫкә менмәгән. Шуның 3 - 8 көнөндә -40 градус булған. 1979 йылда Өфөлә һауа температураһы -54 градусҡа тиклем төшкән.
2021 йылдың ғинуарында иһә йылы булған - уртаса айлыҡ температура -10,5 градус.
Фото: vk.com/feed?w=wall-172759287_1379