Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 00:26

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Башгидрометеоүҙәк фаразы буйынса, бөгөн төндә һәм иртән республикала урыны менән сатлама һыуыҡ булыуы, температураның -40, -45 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Шулай уҡ томан төшә, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

ЮХХДИ водителдәргә оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Юлға сыҡҡан хәлдә үҙегеҙ менән көрәк, трос, балта, йылы әйберҙәр, зарядкаһы тулы телефон, эҫе сәй менән термос алығыҙ. Киҫкен маневрҙар яһамағыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: