Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 19:30

Башҡортостанда ирле-ҡатынлы икенсе гәүһәр туйҙарын билдәләгән

Шишмә районынан Ғараф Насретдин улы менән Тәслимә Нәжметдин ҡыҙы Мөхәмәтовтар ғаилә тормоштарының 70 йыллығын билдәләне. Был хаҡта Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Башҡортостанда ирле-ҡатынлы икенсе гәүһәр туйҙарын билдәләгән
Башҡортостанда ирле-ҡатынлы икенсе гәүһәр туйҙарын билдәләгән

Мөхәмәтовтар ғаиләһе Яңы Сәйрән ауылында йәшәй. Ғүмер буйы улар колхозда тир түгә. Оҙон ғүмерлеләр өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөнгә уларҙың биш ейән-ейәнсәре һәм биш бүлә-бүләсәһе бар.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в