Республика Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, квалификациялы белгестәр етмәү проблемаһын хәл итеү буйынса комплекслы саралар ғәмәлгә ашырыла. Ауылға эшкә барыусы йәш аграрийҙарға дәүләт ярҙамы - шул сараларҙың береһе.
Быйылдан дәртләндереү түләүенең күләме 500 мең һумдан 750 мең һумғаса арттырылды. Әйткәндәй, уны алыу өсөн конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостандың ауыл хужалыҡтарында эшләргә тейеш. Ғаризалар 26 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.