Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 18:20

Архангелдә аҡҡош ҡышлауға ҡалған

Изге ҡоштоң яҙмышы өсөн урындағы халыҡ ныҡ борсола. Архагелдә 38 градус һалҡын. Ҡыш ҡырыҫ килеүгә ҡарамаҫтан, бында бер күлдә аҡҡош ҡышлауға ҡалған.

Архангелдә аҡҡош ҡышлауға ҡалған
Архангелдә аҡҡош ҡышлауға ҡалған

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡош йәшәү урынын йыш алмаштыра, һыу туңмаған урынға күсеп йөрөй. Ул һау-сәләмәт, тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре уның йәшәйешен күҙәтә, ашатып тора.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: