

«Новатор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе Сергей Поляков) махсус операцияла ҡатнашыусыларға тағы ун буржуйка тапшырҙы. Улар өсөн мөрйәләрҙе Нөркәй ауылынан эшҡыуарҙар Зәлиф Нәбиуллин менән Илмир Нәсибуллин эшләгән. Тағы ла «Новатор» хәрби-һауа көстәре зонаһына йөҙҙән ашыу «кошка» махсус ырғаҡтарын ебәрҙе, улар ярҙамында яу яланынан яралыларҙы тартып сығаралар һәм шикле предметтарҙы күсерәләр.
Фото: Т. Аманов