Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 15:30

Янғындар...

Уҙған тәүлектә республикала 25 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 21-е шәхси торлаҡ секторында булған, 12 кеше ҡотҡарылған, 43 кеше эвакуацияланған. Йыл башынан алып республикала 141 янғын теркәлгән, уларҙа 11 кеше һәләк булған, һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән.

Янғындар...
Янғындар...

Тәүлек эсендә Шишмә районының баҡсасылыҡ ширҡәтендә - баҡса йорто, Заводяновка ауылында - мунса, Шишмә ауылында йорт янған; Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә, 1 Май урамында - фатирҙарҙа, Ҡырмыҫҡалы районында ағас өйҙә ут сыҡҡан, Сибайҙа "Шевроле Нива" автомобиле янып киткән, Благовещен районының Николаевка ауылында - йорт, Бәләбәйҙә мунса янғындан зыян күргән һ.б.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмағыҙ!

Фото: МЧС РБ.

 

Янғындар...
Янғындар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: