УЛЫМ,ШЫЛТЫРАТ ӘЛҼ...
Күңелемдең моңһоу сағы,
Улым, шылтырат әле.
Матур хәбәрҙәрең менән
Һағышты тарат әле.
Һеҙҙе уйлап торған мәлем,
Ни эшләйһегеҙ икән?
Һеҙ ҙә шулай минең кеүек
Мине уйлайһығыҙмы икән?
«Әсәй, һин сирләмә», – тиеп
Әйткән һүҙҙәрегеҙҙе
Күңелемдә йөрөтәмен,
Һеҙ шуны беләһегеҙме?
Шылтырат әле, улым, һин,
Тағы шулай ҡабатла.
Көнөм йырлап ҡына бара,
Йөҙөм балҡый аҙаҡта.
Фәриҙә Хөсәйенова(Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың әсәһҽ)