Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 18:27

Тымау тейгәндә ярҙам итә торған эсемлек

Үҙегеҙ эшләп алығыҙ. Бик ябай һәм һөҙөмтәле. Бәлки, күптән ошо ысулды ҡулланыусылар ҙа барҙыр.

Тымау тейгәндә ярҙам итә торған эсемлек
Тымау тейгәндә ярҙам итә торған эсемлек

Ҡапыл ғына тымау тейһә, танауығыҙ тонһа, түбәндәге ингредиенттар менән сәй эшләп эсегеҙ: бер лимон, бер баш һуған, ике ҡалаҡ бал, ике стакан һыу.

Тәүҙә ҡайнап торған һыуға ваҡлап туралған һуғанды һалығыҙ ҙа, йәнә 15 минут ҡайнатып, 5 минут төнәтегеҙ. Шунан бал һалып, яҡшылап бутағыҙ. Эсерҙән алда ғына бер лимондың һутын һығығыҙ.

Был эсемлекте көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсергә ҡушалар. Сәйҙе ике көн һаҡларға ярай. Танауығыҙ бер нисә сәғәттән үк асылыр, ти был ысулды ҡулланыусылар.

Файҙаһы тейһен!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: