Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 10:35

Үҙәк өҙгөс һалҡындарҙың ҡасанға тиклем дауа итәсәге билдәле булды

Башгидромет синоптиктары яҡынса фараз яһаны.

Үҙәк өҙгөс һалҡындарҙың ҡасанға тиклем дауа итәсәге билдәле булды
Үҙәк өҙгөс һалҡындарҙың ҡасанға тиклем дауа итәсәге билдәле булды

2023 йылдың тәүге эш аҙнаһы ла үтә һалҡын көндәр менән башланды. Йылдың сағыштырмаса йылы көндәр менән башланыуынан һуң һуңғы бер нисә көндә көслө һыуыҡ менән ҡапланды. Арктик масса тәьҫире һөҙөмтәһендә һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 37 градусҡа тиклем түбәнәйҙе.

Бындай һауа торошо алдағы эш аҙнаһы башында ла дауам итә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала 42 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә. Ул 10 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.

 

Ләкин 11 ғинуарҙан  төбәктә аҡрынлап йылыта башлай. Шаршамбы республика буйынса һауа температураһы төндә – 23 градусҡа тиклем төшәсәк, ә көндөҙ -16 градусҡаса йылытасаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: