Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 16:30

Күңелһеҙ статистика...

Йыл башынан алып юл-транспорт ваҡиғаларында ун кешенең ғүмере өҙөлгән, 65 кеше йәрәхәтләнгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 223 иҫерек водителде тотҡан.

Күңелһеҙ статистика...
Күңелһеҙ статистика...

Һигеҙ көн эсендә 51 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шул иҫәптән 39 осраҡта машиналар бәрелешкән, туғыҙ йәйәүле тәгәрмәс аҫтына эләккән, өс машина юлдан осҡан.

Профилактик рейдтар барышында балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса 307 факт теркәлгән, 44 водитель танытманан мәхрүм ителгән килеш машина йөрөткәндә тотолған, 124 водителдең бөтөнләй танытмаһы булмаған.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: