Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 14:30

Фәйзә апайҙың ҡар-боҙ һындары социаль селтәрҙәрҙе шаулата

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе Фәйзә Фәттәхова әүәләгән ҡар-боҙ һындары гәзитебеҙҙең ҡуяндар конкурсында беренсе урын алған ине. ЮХХДИ инспекторы һәм ДПС машинаһы һындары "Бәйләнештә" һәм башҡа соцселтәр киңлектәренә таралды.

Фәйзә апайҙың ҡар-боҙ һындары социаль селтәрҙәрҙе шаулата
Фәйзә апайҙың ҡар-боҙ һындары социаль селтәрҙәрҙе шаулата

Патруль машинаһын күреп хатта кемдер ауылға инергә лә ҡурҡҡан тип үҙ фекерен белдереүселәр осраған. Үҙ сиратында, төбәк ЮХХДИ-һынан һындарҙы яһаусыға рәхмәт әйткәндәр.

Фәйзә апайҙың ижады тураһында гәзитебеҙҙең был аҙнаһы һанында уҡырһығыҙ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: