Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 09:32

Өфөлә температура рекорды теркәлгән

Ҡышҡы селлә үҙен күрһәтә лә башланы. Республиканың төрлө төбәгендә ҡаты һыуыҡ күҙәтелә. Баш ҡалабыҙҙа ла бөгәсә төндә абсолют минимум теркәлгән.

Өфөлә температура рекорды теркәлгән
Өфөлә температура рекорды теркәлгән

Өфө - Дим метеостанцияһында 9 ғинуарға ҡарата төндә -39,1 градус күрһәткән. Был - һыуыҡлыҡ рекорды. 1974 йылда -37,9 градус теркәлеп, иң һыуығы булған икән. Әле уны ла уҙып киткән.

Ҡала уртаһындағы Өфө - ГМЦ-3 пунктында 33,4 градус һыуыҡ теркәлгән.

Мәләүез метеостанцияһында -40,5, Туҡанда (Белорет районы) -40,4 градус. Райондарҙа һыуыҡлыҡ урыны менән -50-гә етеп килә.

Фото: Юлай Кәримов.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: