Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 10:43

Беҙҙең депутаттарҙың закон проекты мартта ҡараласаҡ

РФ Дәүләт Думаһы Советы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан килгән экстремистик эшмәкәрлек тураһындағы проектты эш планына индерҙе.

Беҙҙең депутаттарҙың закон проекты мартта ҡараласаҡ
Беҙҙең депутаттарҙың закон проекты мартта ҡараласаҡ

Республика парламентарийҙары "Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы законға үҙгәрештәр башланғысы менән "экстремистик эшмәкәрлек" төшөнсәһенә анығыраҡ аңлатма биреүҙе тәҡдим итә.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, был экстремизмға һөҙөмтәле ҡаршы тороуға булышлыҡ итәсәк. 

- Сейчас по закону к экстремистским материалам относится информация с призывами к экстремистской деятельности или ее оправданием, которая предназначена для распространения либо публичного демонстрирования. Такое понимание оставляет лазейки для обхода закона, и злоумышленники ими безнаказанно пользуются. Современные технологии породили новые способы распространения информации: ссылки на определенные ресурсы, QR-коды с зашифрованной в них ссылкой на сайты. Листовки с QR-кодами, которые напрямую ведут к запрещенным ресурсам, могут распространяться в людных местах, и привлечь за подобные провокации сейчас не представляется возможным. Мы предлагаем считать распространение унифицированных указателей ресурсов с информацией экстремистского содержания проявлением экстремистской деятельности, - ти Толкачев.

Ошо көндәрҙә (21 ғинуарға тиклем) РФ Дәүләт Думаһы закон проектына фекерҙәр, тәҡдимдәр һәм иҫкәртмәләр ҡабул итә. Мартта тәүге уҡыуҙа ҡараясаҡ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: