

Улар ҡасаҡ статусы биреүҙе һорап, Корея Республикаһы властарына ғариза яҙған, тик ыңғай яуап ала алмаған. Сөнки мобилизациянан ҡасыу ҡасаҡ статусын алыуға нигеҙ түгел, тип яуаплаған урындағы властар. Әммә беҙҙекеләр ҙә ныҡыш икән – апелляцияға биргәндәр.
«Рәсәй граждандары беҙҙән яҡлау һорап, аэропорттың осошто көтөү залында, пошлинаһыҙ сауҙа зонаһында йәшәй. Уларға иртән һәм кис - пирожный менән һут, төшкө ашҡа тауыҡ ите менән дөгө бирәләр», – тип яҙған Корея матбуғаты.
Йәнә шуныһы: был граждандарыбыҙға Рәсәйгә ҡайтырға бер нәмә лә ҡамасауламай. Үҙҙәре шундай яҙмышты һайлаған инде. Әйткәндәй, был әҙәмдәр тураһында беҙҙең дипломаттар урындағы журналистарҙан ишеткән, ә властар ҡасаҡ статусы алыу буйынса ғариза яҙыусылар тураһында мәғлүмәтте таратмай.