Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2023, 13:12

Тоҙҙоң ярҙамы тейә

Тоҙҙо  аш тәмләү өсөн генә түгел, дауалау сараһы булараҡ та ҡулланырға мөмкин. Йыш ҡына шулай итәбеҙ ҙә...

Тоҙҙоң ярҙамы тейә
Тоҙҙоң ярҙамы тейә

 

 Йүтәлдән

 Бер балғалаҡ балға ике ҡалаҡ әнис орлоғо һәм бер семтем тоҙ ҡушырға.  Өҫтөнә бер стакан һыу ҡойоп,  ҡайнар хәлгә еткерергә һәм һөҙөп алырға.  Ололарға ике сәғәт һайын икешәр ҡалаҡ эсергә.

Аяҡтар тирләгәндә

Бер литр һыуҙа 4 ҡалаҡ тоҙ менән 6 тамсы йод һалып, иретегеҙ. Көнөнә 5 – 10 минутҡа аяҡтар ҙы шул һыуға тығып ултырырға.  

  Сөйәлдән

Керән һутына  тоҙ ҡушып бутарға (1:1) һәм көн һайын сөйәлгә һөртөргә. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: