Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2023, 12:34

Тағы ҡасан оҙаҡ ял итәсәкбеҙ?

Тиҙҙән. Яңы йыл каникулдары - беҙҙең ял һәм байрам календарында иң оҙоно. Әммә алда "ҡыҙыл дата"лар етерлек әле.

Тағы ҡасан оҙаҡ ял итәсәкбеҙ?
Тағы ҡасан оҙаҡ ял итәсәкбеҙ?

Киләһе оҙон ялдар февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан буласаҡ. Дүрт көндөк ял көтә беҙҙе - 23, 24, 25, 26 февраль.

Әйткәндәй, унан һуң тағы дүрт көн ял һәм байрам майҙа була - 6, 7, 8, 9 май. Апрелдә Ураҙа байрамында өс көн ял итәсәкбеҙ, 1 Майҙа - йәнә өс көн.

8 Март иһә "ҡыҫҡа" байрам, аҙна уртаһына тура килә.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: