-6 °С
Болотло
Әлбиттә, метеобәйлелектән тулыһынса ҡотолоп та булмаҫ, бәлки. Шулай ҙа хәлеңде еңеләйтеү саралары бар.
Белгестәр шундай кәңәштәр бирә: көн торошо фараздарына иғтибарлы булырға, ҡапыл үҙгәрә ҡалһа, еңелсә туҡланырға (майлы, әсе, ҡыҙҙырылған ризыҡ ашамаҫҡа, алкоголь ҡулланмаҫҡа), контраст душта үҙеңде сыныҡтырырға, үлән сәйҙәре (аҡ сәскә, йүкә сәскәһе, бөтнөк төнәтмәһе) эсергә кәрәк.
Шулай уҡ артыҡ көсөргәнештән һаҡланырға һәм мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға.