Республикала етем-балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны йылдан-йыл кәмеүгә табан бара. Әлеге ваҡытта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған 17 учреждениела 11 меңдән ашыу етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған бала йәшәй. Был, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 500-гә аҙыраҡ. Бынан тыш, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән ата-әсәләр һаны 2021 йылда 428 булһа, 2022 йылда – 227, йәғни 47 процентҡа кәмегән.
– Беҙ ғаиләләр менән һөҙөмтәле эш алып барабыҙ, – ти халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Төп бурысыбыҙ – балалар учреждениела түгел, ғаиләлә йәшәһен. Бөтәһе республикала етем балалар өсөн 18 учреждение бар, шуның 17-һе – беҙҙең ҡарамаҡта.