Бөгөн төндә 112-системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә, Архангел менән Белорет районы сигендә автобустың дизель яғыулығы туңған, тигән хәбәр килә. Автобус Яр Саллы ҡалаһына китеп барған була. Салонда 39 кеше булған. Уларҙың барыһын да Архангелдәге Ауырғазы күп профилле колледжы филиалының дөйөм ятағына урынлаштырғандар.
Ошоға бәйле, БР Дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәров республика халҡына алыҫ юлға сыҡмай тороуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Ошондай ғәҙәти булмаған хәл өсөн ашығыс хеҙмәт номеры “112”. Бынан тыш, ҡотҡарыусылар өсөн уңайлы булһын өсөн “112” мобиль ҡушымтаһы менән дә файҙаланырға тәҡдим ителә.