- Никита РФ Ҡораллы көстәрендә контракт буйынса хеҙмәт иткән. Мөмкинлек килеп тыуғас, Ватанға хеҙмәт итеүҙе хәрби бәрелеш биләмәһендә дауам итергә теләгән. Был ысын ирҙәрсә яуаплы ҡарар тик хуплауға лайыҡ! Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын ысын күңеллән уртаҡлашам. Никитаны һуңғы юлға оҙатырға үҙе һаҡлаған Ватандың төрлө төбәгенән кешеләр килде. Геройҙың хәтере мәңгелек, тыуған тупрағы еңел булһын, күңеле тыныслыҡ алһын! - тигән Борис Николаевич үҙенең яҙмаһында.