Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар , 10:30

Янғында оло йәштәгеләр һәләк булған

Ейәнсура районының Элмәле ауылында 7 ғинуарҙа төндә шәхси йортта сыҡҡан янғында оло йәштәгеләр һәләк булған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Янғында оло йәштәгеләр һәләк булған
Янғында оло йәштәгеләр һәләк булған

Янғын урынына тәүгеләрҙән булып ирекле команда ут һүндереүселәре килә. Был ваҡытҡа ут йортто ялмап алған булған, әммә күп тә үтмәҫтән янғын һүндерелгән. Янғын урынын тикшереү барышында 81 йәшлек ҡатындың һәм 85 йәшлек ирҙең мәйете табылған.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в