Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2023, 13:46

Яңы пособие ҡасан түләнә башлай?

 17 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр ғаиләләргә икенсе аҙнанан килә башлаясаҡ.

Яңы пособие ҡасан түләнә башлай?
Яңы пособие ҡасан түләнә башлай?

 Илебеҙҙең социаль фондынан хәбәр итеүҙәренсә,  бер тапҡыр бирелә торған пособие әле 80 мең балаға хупланған.  

«Аҡсалар күрһәтелгән иҫәпкә күсереләсәк.  Ғаризалары буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән 1,5 мең ауырлы ҡатын да был түләүҙәрҙе аласаҡ”, – тиелә ведомствоның аңлатмаһында.

Өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: яңы пособие ғаилә килеме бер кешегә төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булған осраҡта ғына тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәһе һәм балар Рәсәй гражданы булырға, рәсәйҙә йәшәргә тейеш.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: