Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2023, 14:42

Медицина ярҙамы көсәйтелә

Башҡортостанда медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күтәреү һәм уны халыҡҡа яҡынайтыу маҡсатында  төрлө саралар күрелә.

Медицина ярҙамы көсәйтелә
Медицина ярҙамы көсәйтелә

 

 Республикала өс кимәлле медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы эшләй. “Һаулыҡ һаҡлау  системаһының беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә  2022 йылда 10 һаулыҡ һаҡлау объекты файҙаланыуға тапшырылған: Бөрө ҡалаһында һәм Саҡмағошта ике поликлиника, 8 фельдшер-акушер пункты эш башланы. Илеш районында һәм Иҫке Туймазыла амбулаториялар төҙөлөп бөттө. 55 авария хәлендәге ФАП модулле ҡоролмаға алмаштырылды, 18 медицина ойошмаһы  капиталь төҙөкләндерелде.

  “Һаулыҡ һаҡлау”  милии төбәк программаһы сиктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын  дауалау өсөн  — 46, онкология ауырыуҙарына ҡаршы 63 медицина ҡорамалы һатып алынған. Бынан тыш, башҡа бик күп медицина йыһаздары яңыртылған.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: