Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2023, 15:02

Конкурста иң әүҙем ҡатнашыусылар Башҡортостандан

Башҡортостан  граждандар өсөн бюджет бүлеү буйынса Бөтә Рәсәй проекттар конкурсында иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә. 

Конкурста иң әүҙем ҡатнашыусылар Башҡортостандан
Конкурста иң әүҙем ҡатнашыусылар Башҡортостандан

  2018 йылдан алып 2022 йылға тиклем конкурсҡа Башҡортостандан бөтәһе 167 проект тәҡдим ителгән. 

       — 2022  йылда конкурста бөтәһе Рәсәйҙең 56 төбәгенән 386 проект ҡатнашһа, шуларҙың 35-е   Башҡортостандан була.    Тимәк,  федераль конкурстҡа һәр 11-се проект беҙҙең республиканан   тәҡдим ителгән була, – ти   БР Хөкүмәте Премьер-министры урныбаҫары –  финанс министры  Лира Иғтисамова.

Федераль конкурста 16 номинацияның етәүһендә призлы урынды Башҡортостандан 8 проект яуланы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: