Имам Хәмзә-хәҙрәт юҡҡа ғына башҡорт хәрбиҙәренең рухи остазы булып китмәне. Дин әһеле 2017 йылда уҡ гуманитар миссия менән Донбасста булғайны. Ул милләтселәрҙең кешеләрҙе ҡурҡытып тотоуын һәм уларға тыныс ҡына йәшәргә бирмәүҙәрен үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Шунлыҡтан хәрби операция башланғас, имам-хәҙрәт мосолмандарҙың Үҙәк Дини идаралығы рәйесе Тәлғәт Тажутдиндан алдынғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт итеүен һораған.
Әйткәндәй, ул 1980 – 1982 йылдарҙа Красноярск ҡалаһында хәрби бурысын үтәй. Хәрби объекттарҙы һаҡлай, ил буйлап хәрби йөктәрҙе оҙатып йөрөй.
Хәрби операция зонаһына 2022 йылдың сентябрендә үҙенең дуҫы, дин әһеле – отец Виктор менән китә. Хәрби операция зонаһында еңел булмаған тормош шарттарында беҙҙең һалдаттарға рухи ярҙам да кәрәк. Шуға күрә лә улар – хәрбиҙәр янында.
Имам Хәмзә-хәҙрәт әле ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа йортона ҡайтҡан. Ғинуар аҙағында отец Виктор менән кире беҙҙең егеттәр янына китергә йыйыналар.
Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек! Һәм тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем!