Енәйәтсе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.Әле килтерелгән зыяндың суммаһы асыҡлана. Шунан һуң енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ғинуарҙа билдәһеҙ кеше Радищев урамындағы Ҡыш бабай резиденцияһына һөжүм ойоштора. Ваҡиға видеокүҙәтеү камераларына эләккән. Кадрҙарҙа бер ир тирмәнән айырылған алтаҡтаға ултырып, боҙ ҡаласығында тауҙан шыуа. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың Эли исемле овчаркаһы енәйәтсенең эҙенә төшә һәм 50 метрға яҡын араны йүгереп үтеп, яҡындағы йорттарҙың береһенең подъезына туҡтаған. Эт полицейскийҙарҙы вандалдың ишегенә тикоем алып килә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре фатирҙы ҡарап сыға, унда участковый Ҡыш бабай резиденцияһына ингән урындан өҙөлгән баннерҙы таба.
Быға тиклем ҡулға алынған ир наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Ул үҙ ғәйебен таныған һәм иҫерек булыуын әйткән, ә баннерҙы тау шыуыу өсөн өҙгән.
Фото: Т. Аманов