Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2023, 21:09

Тағы ла бер тапҡыр тюбинг тураһында

Тюбинг. "Ватрушка". "Плюшка". "Өрөп тултырылған сана". Ҡыҫҡаһы, замана шыуғысы. Ҡыҙыҡ, етеҙ, хатта хәүефле лә. Һуңғыһы тураһында ентекләберәк.

Тағы ла бер тапҡыр тюбинг тураһында
Тағы ла бер тапҡыр тюбинг тураһында

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы тюбингта шыуыу ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә:

- Тәү сиратта шыуыуға уңайлы урынды һайларға - текә лә булмаһын, ағастар ҙа ҡамасауламаһын, соҡор-саҡыр, таш-фәлән дә юлды "быумаһын";

- белегеҙ: тюбингта тормоз юҡ, шуға ла арауыҡ тотоғоҙ;

- трамплиндан, боҙҙан шыуырға ярамай;

- ятып, баҫып, тубыҡланып та шыуырға кәңәш ителмәй;

- йүгереп барып шыуып китергә лә ярамай;

- машинаға ла тағылмаҫҡа һәм тюбингтарҙы бер-береһенә таҡмаҫҡа.

Ата-әсәләр балаларына был санала шыуыу ҡағиҙәләрен мотлаҡ аңлатһын.

Әгәр ҙә ҡолаһағыҙ, йәрәхәтләнһәгеҙ, ошо телефонға шылтырата алаһығыҙ: 279-90-00 йәки 112.

Фото: УГЗ г.Уфы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: