Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар , 21:00

ТӘҮФИҠ ҺОРАЙЫҠ

Ҡартайғас та тәүфиҡ кәрәк тиеп,Доға ҡыла ине инәйҙәр,Илдең тыныслығын, һаулыҡ һорап,Гел яҡшылыҡ ҡына һөйләйҙәр. Ауыр тормош юлы үткән улар,Тәртипле лә, үтә аҡыллы.Өләшерлек итер бар кешегә,Йыйған улар фәһем, аҡылды. Ҡулдарында тәсбих, аҡ яулыҡлыОшо үҙе тәүфиҡ түгелме?Тормош мәктәбендә сыныҡҡандарБар яҡлап та улар фәһемле. Кеше яҙмыштары тыуғанда уҡМаңлайына була яҙылған.Юҡ түгел шул(үкенескә инде)Олоғайғас юлдан тайпылған. Хоҙай үҙе һаҡлап ҡына торһонҠырын эштән, яҙыҡ юлдарҙан,Инәйҙәр ҙә күптән баҡыйлыҡтаКәңәш һорап булмай уларҙан... Бағышлайыҡ доға инәйҙәргәОжмах түре генә юрайыҡ,Кем олоһо, кем кесеһе булдыҡИнде беҙ ҙә тәүфиҡ һорайыҡ! Сулпан Әҡсәнова.

ТӘҮФИҠ ҺОРАЙЫҠ
ТӘҮФИҠ ҺОРАЙЫҠ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в