-4 °С
Болотло
Документ бер нисә йыл элек үк тәҡдим ителгән булған инде, әле иһә парламентҡа уның ҡабаттан эшләнгән вариантын индерәсәктәр. ЛДПР депутаты, Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Ярослав Нилов белдереүенсә, студенттарҙың стипендияһы МРОТ күләменән дә кәм булырға тейеш түгел.
Депутат фекеренсә, стипендия иң тәү сиратта үҙенең күләме менән уҡыусы йәш кешене дәртләндерергә тейеш. Кем яҡшы уҡый, шуға - ҙурыраҡ стипендия.
МРОТ йә йәшәү минимумына тура килтереп түләнһә, яҡшыраҡ та, ти инициаторҙар. Тик был закон проекты 2018 йылда хупланмаған. Был юлы нисегерәк булыр?